Милли проекттар
26 Февраль 2024, 05:30

Благовещен-Павловка юлы яңыртыласаҡ

Туристик йүнәлештә уңайлылыҡ хәстәрләнә  

Благовещен-Павловка юлы яңыртыласаҡБлаговещен-Павловка юлы яңыртыласаҡ
Благовещен-Павловка юлы яңыртыласаҡ

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) быйыл Благовещен-Павловка трассаһының участкаһы ремонтланасаҡ, тип хәбәр итә төбәктең транспорт министрлығы.

Белгестәр юлдың биш өлөшөн яңыртасаҡ. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 13 километрға тиң. Подрядсылар япманы ремонтлаясаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ, юл разметкаһын эшләйәсәк. Билдәле булыуынса, эштәр һауа торошо көйләнгәс, апрель – май айҙарында башланасаҡ һәм  2024 йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә.

 -Благовещен-Павловка трассаһында эш үткән йылда  ла алып барылды. Был юлды төҙөкләндереүҙе быйыл да дауам итәбеҙ. Сөнки Благовещен – Павловка танылған туристик йүнәлеш булып тора. Трасса Башҡортостандың иң ҙур яһалма һыу ятҡылығына – Павловка һыу һаҡлағысына алып бара, - тип һөйләне төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

    “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты юлдарҙы уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Милли проекттың төп маҡсаты – 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 Фото: Башҡортостандың Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас