Милли проекттар
28 Февраль 2024, 05:30

Парк үҙенә саҡырып тора

Милли проект ярҙамында Миәкә районыны кешеләре ял итеү өсөн уңайлы урын алды.

Парк үҙенә саҡырып тораПарк үҙенә саҡырып тора
Парк үҙенә саҡырып тора

Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының мәҙәниәт һәм ял паркы ваҡыт уҙғарыу өсөн һәр саҡ уңайлы һәм күркәм урындарҙың береһе булды, шуға күрә ул төҙөкләндереү өсөн объекттар исемлегенә инде. Районда йәшәүселәр Рәсәй Президенты тәҡдим иткән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса биләмәне үҙгәртеү өсөн тауыш бирҙе һәм паркты үҙгәртеү концепцияһын һайланы.

Башҡарылған эштәрҙән һуң парк үҙенең спорт һәм күңел асыу тигән исемен раҫлай башланы. Биләмәлә тренажёрҙар комплексы, спорт, балалар майҙансығы, яңы яҡтыртыу ҡоролмалары барлыҡҡа килгән, юлдарға, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлгән һәм улар буйлап бордюр ҡоймалары ҡуйылған. Терраса таҡтаһы ҡулланылған, япмалы, баҫҡыстар менән йыһазландырылған трибуналарҙың асыҡ һәм ябыҡ өлөшө ҡоролған. 600-ҙән ашыу ултырыу урыны бар.

Парк биләмәһендә төрлө спорт, күңел асыу саралары ойошторола. Көн һайын бында күп кеше килә, ә ҡышҡыһын саңғыла, санала, конькиҙа шыуалар, күнекмәләр яһайҙар һәм йөрөйҙәр.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында Миәкә районында йәшәүселәрҙең спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы урыны барлыҡҡа килде. Ауылдың мәҙәниәт һәм ял паркы хәҙер район халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн генә түгел, яҡын-тирәләге райондар халҡы өсөн дә йәлеп итеү урыны булып тора.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Миәкә районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас