Ағиҙел ҡалаһында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә футбол буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған асыҡ беренселеге ойошторолдо.
Турнирҙа дүрт команда ҡатнашты: “Дельта” (Нефтекама), “Торнадо” (1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), “Зенит” (2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), “Спартак” (3-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе). Бөтә командалар ҙа яҡшы уйнарға тырышты, уйынға бөтә көсөн һәм оҫталығын һалды. Командала бишәр кеше уйнаны.
Беренселек бер тында – әүҙем һәм эмоциональ үтте. Ярыштар матур голдарға һәм көсөргәнешле мәлдәргә бай булды. Ярыш йомғаҡтары буйынса беренсе урынды “Торнадо” командаһы алды, икенсене – “Зенит” командаһы, өсөнсө урынды “Дельта” командаһы яуланы.
"Футбол – донъяның күпселек илдәрендә иң популяр һәм яратҡан уйын. Йөҙәр мең бала, егет, өлкәндәр футбол уйнай. Футбол – ул ябай спорт ҡына түгел! Бындай спорт төрөнөң беҙҙең ҡалала үҫешеүе ҡыуаныслы. Уның менән өлкәндәр генә түгел, уҡыусылар ҙа шөғөлләнә. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡотлайым. Һәр мачта уңыштар теләйем!”, – тине Ағиҙел ҡалаһы спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Рәмил Хәсипов.
Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.