Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
2 Март 2024, 17:00

Кисә яңы үҙәк эш башланы

Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Түбәндәге яҙмала телефон һандары бирелгән.

Кисә яңы үҙәк эш башланы
Кисә яңы үҙәк эш башланы

Республика медик-генетика үҙәгендә Үҫмерҙәрҙең репродуктив сәләмәтлеге үҙәге эш башланы. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының был башланғысы ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың бер урында репродуктив һаулыҡ өлкәһендә кәңәштәрҙе алыу мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн эшләнгән.

Үҙәк тәүге пациенттарын ҡабул иткән дә инде.

Үҙәктә түбәндәге һорауҙар буйынса кәңәштәр алырға була:

күрем циклының боҙолоуы;

үҫмер ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәре патологияһын тикшереү һәм дауалау өсөн беренсе диагностика һәм үҙ ваҡытында дауалау;

күремдең күпләп килеүе;

енси үҫештең тотҡарланыуы;

үҫмерҙәргә физиология һәм психология мәсьәләләре буйынса кәңәштәр биреү, аборттарҙы иҫкәртеү һәм башҡалар.

Йәшәү урыны буйынса педиатрҙың йүнәлтмәһе буйынса ҡабул итәләр. 8(347)246-83-22 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.

Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә күп кенә сирҙәрҙе үҙ ваҡытында асыҡлау мөмкинлеген бирә.

Фото: Республика медик-генетика үҙәге.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: