Милли проекттар
4 Март 2024, 05:30

Подлесное – Талалаевка – Оло Ҡуғанаҡ юлы ремонтланасаҡ

Юлсылар бында асфальт япмаһын яңыртасаҡ, юл ситен төҙөкләндересәк һәм һыҙаттар яһаясаҡ.

Подлесное – Талалаевка – Оло Ҡуғанаҡ юлы ремонтланасаҡПодлесное – Талалаевка – Оло Ҡуғанаҡ юлы ремонтланасаҡ
Подлесное – Талалаевка – Оло Ҡуғанаҡ юлы ремонтланасаҡ

Быйыл, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) ярашлы, дүрт километр оҙонлоҡтағы Подлесное – Талалаевка – Оло Ҡуғанаҡ юлы ремонтланасаҡ. Юлсылар бында асфальт япмаһын яңыртасаҡ, юл ситен төҙөкләндересәк һәм һыҙаттар яһаясаҡ.

“Был юл 12 ауыл өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Рейс автобусы йөрөй. Шуға күрә ошо йүнәлеште ремонтлау бик мөһим”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Быйылғы йыл башына ошо юлдың 65,7 проценты норматив хәлдә, ремонттан һуң трассаның 99 проценты норматив талаптарға яуап бирә аласаҡ. 2024 йыл барышында, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 38 километр юл ремонтланасаҡ.

Белешмә өсөн: “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Проектты Рәсәйҙең Транспорт министрлығы әҙерләгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас