Төбәктең “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар “Экспорт үҫеше акселераторы” программаһын үтә ала
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар йыл һайын Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Рәсәй экспорт үҙәгенең Экспорт мәктәбе менән берлектә Рәсәй экспорт үҙәге ойошторған “Экспорт үҫеше акселераторы” программаһы буйынса уҡыу үтә ала. Был башланғыс яңы һатыу баҙарҙарын үҙләштереү йәки дуҫ илдәргә һатыуҙы киңәйтеү юлы менән милли проектта ҡатнашыусы компанияларҙың экспорт потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
– Программаның төп бурысы Рәсәй Президенты тәҡдим иткән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусыларҙы экспорт эшмәкәрлегенә әҙерләү һәм яңы экспорт контракттары төҙөүгә ҡайтып ҡала. Уҡыуҙан һуң ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн яңы һатыу баҙарҙарын аса һәм сит ил партнерҙары таба аласаҡ. Программа предприятиеларҙы уҡытыуҙы, ғәмәлдә ҡулланыуҙы һәм шәхси оҙатыуҙы күҙ уңында тота. Тәжрибәле остаздар, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге эксперт-практиктар предприятиеларға экспорт проектының бөтә этаптарын үтергә һәм таралған хаталарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк. Ошо башланғыс арҡаһында республика экспорт күләмен арттыра һәм халыҡ-ара сауҙала позицияларын нығыта алыр, тип ышанабыҙ, - тине Рөстәм Моратов.
Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева төбәктә тормошҡа ашырылған “Экспорт форсажы” акселерация программаһын да билдәләне. Маргарита Болычева һөйләүенсә, 2023 йылда республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының 33 вәкиле күп тармаҡлы “Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса уҡып сыҡҡан. “Сколково” бизнес мәктәбенең “Экспортерҙар 2.0” программаһы буйынса ике бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты төбәктең Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ҡушма финанслауы менән уҡыған. Ошо программалар ярҙамында Башҡортостан эшҡыуарҙары 35-кә яҡын экспорт килешеүе төҙөнө.
“Экспорт үҫеше акселераторы” программаһы буйынса уҡытыуҙа өс модуль ҡаралған, уларҙың һәр ҡайһыһы экспорт проектының төп элементтарын үҙ эсенә ала:
- 1-се модуль баҙарҙарҙы анализлауға, продуктты әҙерләүгә һәм яраҡлаштырыуға, шулай уҡ һатып алыусыларҙы эҙләүгә йүнәлтелгән.
- 2-се модуль финанс инструменттарҙы, логистикаға һәм таможня процедураларына сығымдарҙы иҫәпкә алып, конкуренцияға һәләтле тәҡдим әҙерләргә ярҙам итәсәк.
- 3-сө модуль предприятиеларға валюта ҡануниәтенең һәм экспорт контроленең талаптарын иҫәпкә алырға, шулай уҡ экспортҡа сығыу үҙенсәлеге һәм дуҫ илдәр менән үҙ-ара эш итеү үҙенсәлектәре менән танышырға ярҙам итәсәк.
Уҡытыу программаһында санкция баҫымы шарттарында дуҫ илдәр менән үҙ-ара эш итеү үҙенсәлектәренә, экспорт өсөн сертификатлау һәм рөхсәт алыуға, шулай уҡ ошо илдәрҙең биләмәләрендә тауар һәм хеҙмәттәрҙе алға этәреүгә ҙур иғтибар бүленә.
Уҡытыу бушлай үткәрелә һәм Рәсәй Федерацияһының федераль бюджетынан финанслана. Онлайн уҙғарыла, ул “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңайлы һәм яҡын булыуын тәьмин итәсәк.
Алдағы уҡыу көндәре ике параллель ағым өсөн:
1-се ағым (1 модуль - 18-20 март, 2 модуль - 11-12 апрель, 3 модуль - 25-26 апрель),
2-сеағым (1 модуль - 15-17 апрелдә, 2 модуль - 16-17 майҙа, 3 модуль - 3-4 июндә).
Программала ҡатнашыу өсөн Рәсәй экспорт үҙәгенең Экспорт мәктәбе сайтында теркәлергә кәрәк. Алдан программала ҡатнашҡан предприятиелар ҡабаттан теркәлә һәм уҡый алмай. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 8 (495) 870-29-21 телефоны буйынса (өҫтәмә 10337) А.А.Кононов менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Йә иһә kononov@russianexport.center почтаһына ғариза ебәрегеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23225/