Башҡортостандың Краснокама районында йәшәүселәрҙе төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡыралар. Тауыш биреү 15 марттан 17-нә тиклем ил Президенты тәҡдим иткән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында ойошторола.
Муниципалитетта йәшәүселәр тәү сиратта ниндәй төҙөкләндереү объектын тәртипкә килтерергә кәрәклеген үҙҙәре билдәләй. Йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында ойошторола.
Халыҡҡа төҙөкләндереү өсөн тәҡдим ителгән биләмәләр исемлегенә түбәндәгеләр инде:
- Ҡуян ауылы Танып йылғаһы буйында "Ғаилә паркы" ял зонаһын төҙөкләндереү.
- Ҡуян ауылына ингән ерҙә парк зонаһын төҙөкләндереү.
- Николо-Березовка ауылында Кама йылғаһы буйына төшөп, Ленин урамындағы скверҙы төҙөкләндереү.
"Районыбыҙҙа 2025 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәһе файҙаһына тауыш бирергә саҡырам. Краснокама районының йөҙө һеҙҙең әүҙем позицияғыҙ арҡаһында үҙгәрә. Тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашығыҙ! Районды бергә тағы ла төҙөгөрәк итәйек!” – тине Краснокама районы хакимиәте башлығы Алексей Горбачев.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Краснокама районы хакимиәте.