Милли проекттар
7 Март 2024, 05:30

Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр алды

Ишембайҙа атҡаҙанған тренер Владимир Новожилов иҫтәлегенә саңғы марафоны үтте. 

Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр алдыЕңеүселәр аҡсалата бүләктәр алды
Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр алды

Ишембай ҡалаһындағы 1-се спорт мәктәбендә Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Новожилов иҫтәлегенә традицион саңғы марафоны уҙҙы. Сараны ҡышҡы спорт төрҙәре көнө сиктәрендә һәм "Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар.

Ярыштарҙа Башҡортостандан, шулай уҡ Пермдән, Ырымбурҙан һәм Ҡаҙағстандан 360-тан ашыу спортсы ҡатнашты. Ишембай ере марафонда ҡатнашыусыларҙың барыһын да асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды, финишта ҡайнар аш менән туҡландырыу ойошторолдо, концерт номерҙары ярыш дауамында яҡшы кәйеф өҫтәне, марафонсыларҙы шулай уҡ яҡшы трасса ла ҡыуандырҙы. Спортсылар өсөн янырға тотош ғаиләләре менән килгәйнеләр.

50 мең һумлыҡ бүләккә Пермь ҡалаһы саңғысыһы Руслан Әбләзизов лайыҡ булды. Ул ир-егеттәр араһында 50 километрға уҙышта еңеү яуланы. Өфө саңғысыһы Наталия Бабчева 30 мең һум отто. 30 километр араны ул бөтәһенән дә тиҙерәк үтте. Ишембай спортсылары ла бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте һәм бүләк сертификаттары алды.

"Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Яңы еңеүҙәр һәм яңы бейеклектәргә ынтылыштар теләйбеҙ. Бағыусыларға, шулай уҡ Ишембай ҡалаһының йәштәр комитетына һәм ирекмәндәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ”, – тип билдәләне ярышты ойоштороусылар.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас