Милли проекттар
8 Март 2024, 11:45

Балалар саңғыла уҙышты

Һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, улар дистанцияны лайыҡлы үтте. 

Балалар саңғыла уҙыштыБалалар саңғыла уҙышты
Балалар саңғыла уҙышты

Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына ярашлы, Көйөргәҙе районында коррекцион мәктәптәрҙә, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернаттарҙа уҡыусылар араһында саңғы ярышы уҙған.

Ҡатнашыусылар 1000 метр араны ирекле стилдә шыуып үтергә тейеш ине. Стартҡа 180-дән ашыу саңғысы баҫҡан. Уларҙың һәр береһенә - иҫтәлекле миҙал, ә иң шәп саңғысыларға бүләктәр һәм Маҡтау грамоталары тапшырылған.

Ярыш һөҙөмтәһе буйынса Ермолаев коррекцион мәктәбе – беренсе, Балаҡатай коррекцион мәктәбе – икенсе һәм Нефтекама коррекцион мәктәбе өсөнсө урын яулаған.

Һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм спортҡа ылыҡтырыу ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) төп бурыстарының береһе булып тора.  

Фото: education.bashkortostan.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас