Беларусь Республикаһындағы сәнәғәт һурҙырғыстары һәм улар өсөн ҡорамалдар етештереүсе Пинск тәжрибә-механика заводы Башҡортостанға үҙ продукцияһын һатырға һәм бынан сеймал алырға әҙер булыуын белдерҙе.
Был турала Рәсәйҙең Беларустәге Сауҙа вәкиллегендәге Башҡортостан вәкиле Константин Климовтың Брест өлкәһендәге предприятиеларҙа булған сағында әйтелде. Был эш сәфәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») ярашлы ойошторолдо.
Вәкил шулай уҡ Пинск мэрының беренсе урынбаҫары Ирина Максимюк менән дә осрашты. Ике яҡ ошо ҡала предприятиеларының “Башҡорт ихатаһы” проектында ҡатнашыуы мөмкинлеген тикшерҙеләр.
Фото: “Башинформ”.