Өфөнөң Максим Рыльский урамында “ФИЗРА-Р” спорт үҙәге асылды. Ул муниципалитеттың инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеү өлгөһө булып тора. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Бизнес-спринт. (Мин спортты һайлайым)” федераль программаһы буйынса субсидия йәлеп ителде. Ул "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.
Спорт комплексының дөйөм майҙаны – өс мең квадрат метр самаһы. Футбол манежы яһалма үлән менән ҡапланған ике майҙандан тора. Тренажерҙар менән айырым зона, дүрт кейенеү бүлмәһе, санузел, медпункт, инвентарь һаҡлау өсөн биналар бар. Ул көнөнә 960 кеше ҡабул итә ала. Учреждениела эш сәғәттәренең бер өлөшө футбол менән шөғөлләнеү өсөн йәш спортсыларға бушлай биреләсәк.
– Бер йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә был физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлдө, ә дөйөм алғанда “Бизнес-спринт” программаһы буйынса Өфө өс спорт объекты ала. Һис шикһеҙ, Башҡортостан Башлығына башланғысты хуплағаны өсөн рәхмәт белдерәм. Бөгөндән үк бында балалар шөғөлләнә ала. Был ҡалабыҙға 450 йыллыҡ юбилейға бик яҡшы һәм матур бүләк, – тине Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев тантанала.
Учреждениеның символик асҡысын Өфө мэрына “ФИЗРА” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илшат Ғәзизов тапшырҙы, ул шулай уҡ ҡалаға һәм республикаға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Спорт байрамында үҙәк асылыу хөрмәтенә “Спартак” олимпия резервы мәктәбе һәм “Йондоҙлоҡ” балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Шулай уҡ Өфө хакимиәтенең спорт командаһы менән “Йыйылма йондоҙҙар” араһында футбол матчы уҙҙы.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.