Милли проекттар
18 Март 2024, 05:30

Юлтимерҙә – яңы модулле медицина пункты

Республика Рәсәйҙә ФАПтар һаны буйынса лидер булып тора, ике меңдән ашыу пункт бар.

Юлтимерҙә – яңы модулле медицина пунктыЮлтимерҙә – яңы модулле медицина пункты
Юлтимерҙә – яңы модулле медицина пункты

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Баҡалы районының Юлтимер ауылында  яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Программаның маҡсаты – медицина ярҙамын халыҡтың ихтыяжына ярашлы  йәшәгән урынға яҡын ерҙә күрһәтеү.

Бинала фельдшер кабинеты, процедура, персонал һәм дарыуҙар һаҡлау  өсөн бүлмәләр булдырылған. Халыҡты фельдшер Сәриә Хәйҙәрова ҡабул итәсәк. Пациенттарға планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Бинаға коммуникациялар, электр уты, һалҡын һәм ҡайнар һыу үткәрелгән.

–Медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыныу менән яңы модулле  пункт эш башлаясаҡ. Ауыл халҡы тәүге медицина ярҙамы алыуҙан тыш, бында диспансерлаштырыу үтәсәк, вакцина яһатасаҡ, – тине Баҡалы район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин.

 Республика Рәсәйҙә ФАПтар һаны буйынса лидер булып тора, ике меңдән ашыу пункт бар. Быйыл тағы 107 медицина пункты төҙөләсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас