Уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа ҡатнашыуы теоретик әҙерлекте генә түгел, практик оҫталыҡты ла талап итә. “Мәғариф” милли проекты ярҙамында Межгорье ҡалаһының 2-се мәктәбендә асылған “Үҫеш нөктәһе” үҙәге быға булышлыҡ итә.
Сағыу миҫалдарҙың береһе – 11-се А класы уҡыусыһы, 2022/2023 уҡыу йылында биология буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы һәм мәктәп уҡыусыларының муниципаль ғилми-ғәмәли конференцияһы призеры Анастасия Цыкунова. 2023 йылда уҡыусы химия буйынса “Һыуҙа төрлө сығанаҡтарҙан тимер иондарын билдәләү” тикшеренеү эшен алып бара.
Олимпиадаға әҙерлек – ҙур хеҙмәт, был һәр уҡыусының көсөнән килмәй. Төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр шәхси мөһимлекте тойорға, мәктәптә һәләтеңде танытырға, республикала ҡалаңдың лайыҡлы вәкиле булырға, яңы маҡсаттар билдәләргә мөмкинлек бирә.
“Быйылғы уҡыу йылында Анастасия йәнә биология буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы призеры булды. Практик тур былтырғыға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ булды һәм үҫемлектәрҙең биохимияһы, физиологияһы һәм анатомияһы, генетика буйынса белем талап ителде. Мәғлүмәтте анализлай белеү, үҙ-үҙен тота белеү, яуаплылыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм талант арҡаһында Настя профилле медицина кластары уҡыусылары менән лайыҡлы ярышты”, – тип билдәләне химия һәм биология уҡытыусыһы Ирина Ломакина.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.