Милли проекттар
20 Март 2024, 04:30

Тағы ла 159 яңы автобус алынды

“Башавтотранс” филиалдарына Рәсәйҙә эшләнгән «Вектор NEXT 7.6» маркалы 159 яңы автобус килде.

Тағы ла 159 яңы автобус алындыТағы ла 159 яңы автобус алынды
Тағы ла 159 яңы автобус алынды

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект «Безопасные качественные дороги») ярашлы, “Башавтотранс” филиалдарына Рәсәйҙә эшләнгән «Вектор NEXT 7.6» маркалы 159 яңы автобус килде.

Улар навигация системаһы ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Һәр ҡайһыһы 43 пассажир һыйҙырышлы.

Автобустар Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Красноусол, Мәләүез, Мәсәғүт, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Учалы автотранспорт предприятиеларында эшләйәсәк.

“Уларҙы бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарҙың пассажирҙар транспорты составын тулыландырыу өсөн махсус ҡаҙна кредиттары программаһы буйынса алдыҡ. Ошо программаға ярашлы, бөтәһе 250 автобус ҡайтарылды”, – ти “Башавтотранс”тың генераль директоры Надир Самиев.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас