Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Шишмә районының Күсем ауылы эшҡыуары Флүр Йосопов 25 йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә.

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Шишмә районында Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Шишмә районының бизнес-шәрифе Руслан Уразмәтов хәбәр итеүенсә, Күсем ауылынан ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән Флүр Йосопов 25 йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетә. Уның ҙур хужалығында 130 ат, шул иҫәптән 80 һауын бейәһе бар. 

2023 йылда эшҡыуар йылҡы малы тоҡомон яңыртыу өсөн алты айғыр һатып алған, шуларҙың дүртәүһе – башҡорт тоҡомло һәм ике йөк аты. Муниципаль программа ярҙамында ул үҙенең сығымдарын ҡаплауға 500 мең һум субсидияға эйә булған. Хәҙер Флүр Йосопов яңы идея өҫтөндә эшләй. Яҡын киләсәктә ул ит эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алып, деликатестар етештереү эшен яйға һалырға ниәтләй. Үҙенең ниәтен бойомға ашырыу өсөн эшҡыуар ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә уйлай.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Шишмә районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин:https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға: 8(34797) 2-07-09.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән.

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: