Милли проекттар
25 Март 2024, 03:30

Күңел дә асыла, ярҙам да ителә

Дыуан районы автоклубы халыҡты яңы концерттары менән ҡыуандыра.

Күңел дә асыла, ярҙам да ителәКүңел дә асыла, ярҙам да ителә
Күңел дә асыла, ярҙам да ителә

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә һатып алынған автоклуб артистары Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы халҡын ҡыуандырыуын дауам итә.

Махсус машина кузов-фургонды сәхнә майҙансығына әүерелдерергә мөмкинлек бирә. Стационар мәҙәниәт йорттары булмаған алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр ошондай техника ярҙамында концерттарҙа һәм башҡа мәҙәни сараларҙа ҡатнаша аласаҡ.

"Автоклуб сәхнә-трансформер, яҡтыртыу, тауыш һәм мультимедиа ҡорамалдары йыйылмаһы, шулай уҡ автономлы энергия сығанағы менән йыһазландырылған. Күсмә үҙәкте интернет менән йыһазландырыу иҫәбенә унда мәҙәни сараларҙы онлайн-трансляциялау мөмкинлеге бар. Күсмә автоклубты шулай уҡ мобиль китапхана сифатында файҙаланырға мөмкин”, – тине автоклуб мөдире Ольга Горбунова.

Ошо көндәрҙә автоклуб Озеро ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға “Тыуған ил тураһында һөйөү менән!” хәйриә концерт программаһын ойошторҙо. Сәхнәнән Рәсәй тураһында шиғырҙар һәм йырҙар, МХО-ла ҡатнашыусыларға теләктәшлек белдереү һүҙҙәре яңғыраны. Йыйылған аҡса маскировкалау селтәрҙәре әҙерләү өсөн материалдар һатып алыуға тапшырыла.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дыуан районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас