Милли проекттар
27 Март 2024, 05:30

Тәжрибәле етәксе күптәрҙе һоҡландырҙы

Краснокама районынан Рита Солтанова “Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. 

Тәжрибәле етәксе күптәрҙе һоҡландырҙыТәжрибәле етәксе күптәрҙе һоҡландырҙы
Тәжрибәле етәксе күптәрҙе һоҡландырҙы

Мәскәүҙә Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ярҙамында Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы менән берлектә үткәрелгән XXVII “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан “Кама” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рита Солтанова еңеүсе булды. Уның менән бергә конкурстың Бөтә Рәсәй этабында Башҡортостан Республикаһынан төбәк һайлап алыуының биш еңеүсеһе ҡатнашты.

Финалда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла – ғәмәлдәге предприятиелар етәкселәре, ижади шәхестәр һәм уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар. Һәр береһе предприятие менән таныштырҙы, үҙ эше, дәртләндереү саралары, проблемалары һәм уңышҡа өлгәшергә ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.

Рита Солтанова – етәксе булараҡ ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған шат күңелле һәм һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ, ил төбәктәрендәге коллегаларын күңел йылыһы, юмор тойғоһо һәм Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары ҡаҙаныштарына тәрән ихтирамы менән арбаны. Ул йәмәғәт наградаһы – “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһенең исемле миҙалы һәм Дипломы менән бүләкләнде.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Краснокама районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас