Милли проекттар
27 Март 2024, 03:30

Тағы ла бер модулле пункт асылды

Яңы бинала фельдшер Нурия Мирсаяпова һәм шәфҡәт туташы Розалия Мөхәмәтдинова эшләйәсәк.

Тағы ла бер модулле пункт асылдыТағы ла бер модулле пункт асылды
Тағы ла бер модулле пункт асылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылында яңы модуль фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Яңы медицина пункты район үҙәк дауаханаһынан 17 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. “Модуль ФАП-тың майҙаны 93,5 квадрат метр тәшкил итә. Унда фельдшер кабинеты, процедура, персонал, дарыуҙар өсөн бүлмәләр урынлашҡан. Бинаға бөтә тейешле коммуникациялар үткәрелгән, интернет бар”,– тип хәбәр иттеләр министрлыҡта.

Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ирина Әминева әйтеүенсә, яңы бинала фельдшер Нурия Мирсаяпова һәм шәфҡәт туташы Розалия Мөхәмәтдинова эшләйәсәк.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, быйыл республикала 107 ФАП, бер участка дауаханаһы, 19 амбулатория, дүрт дөйөм практика табибы офисы төҙөләсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/612498/

Тағы ла бер модулле пункт асылды
Тағы ла бер модулле пункт асылды
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас