Милли проекттар
28 Март 2024, 05:30

Камил менән райондаштары ғорурлана

Яңауылдан мини-футбол тәрбиәләнеүсеһе – Рәсәй беренселегенең көмөш призеры.

Камил менән райондаштары ғорурланаКамил менән райондаштары ғорурлана
Камил менән райондаштары ғорурлана

Яңауыл ҡалаһынан "Йәшлек" спорт мәктәбенең мини-футбол секцияһы тәрбиәләнеүсеһе Камил Фәйзуллин Өфөнән “Восход” футбол академияһының 9-сы спорт мәктәбе йыйылма командаһы составында мини-футбол (футзал) буйынса “Оргхим – Рәсәй беренселеге” Бөтә Рәсәй ярыштарының көмөш призеры булды. Ярыштар “Демография” милли проектының "Спорт йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә уҙҙы.

“Оргхим – Рәсәй беренселеге” – балалар-үҫмерҙәр мәктәптәре командалары өсөн бөтә Рәсәй ярышы. Уларҙы Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы, Түбәнге Новгород өлкәһе Хөкүмәте, өлкәнең Спорт министрлығы һәм Футбол федерацияһы ҡарамағындағы Рәсәй мини-футбол ассоциацияһы үткәрә. Мини-футбол буйынса “Оргхим – Рәсәй беренселеге” бөтә Рәсәй финалы ҡатнашыусылар һаны буйынса иң ҙур ярыштар иҫәбенә инә.

Февралдә Түбәнге Новгород өлкәһендә 2023/2024 йылдар миҙгелендә мини-футбол буйынса Волга буйы федераль округы беренселеген еңеп, Өфө командаһы Рәсәй беренселегенә юлланды һәм көмөш призер булды.  Команданың уңышлы сығышына Камил Фәйзуллин да үҙ өлөшөн индерҙе. Ул Өфө футбол клубы тренеры тарафынан күптән иғтибарға алынған һәм бер нисә тапҡыр йыйылма команда составында уйындарға саҡырылған. 

"Демография" милли проекты сиктәрендә Яңауыл районында физик культура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла һәм яҡшыртыла, күмәк спорт үҫешә. Яңауыл районының "Йәшлек" спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. “Восход”тарҙың тренерҙарын балаларҙың ошондай абруйлы һәм әһәмиәтле ярыштарҙа яҡшы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ”, – тип билдәләнеләр Яңауыл районы хакимиәтендә.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас