Милли проекттар
29 Март 2024, 04:30

Баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса проект ҡаралды

Лина Ҡолбулдина үҫентеләр, баҡса үҫемлектәре, декоратив ҡыуаҡтар һәм төрлө сәскәләр үҫтереү буйынса үҙ бизнесын киңәйтергә уйлай.

Баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса  проект ҡаралдыБаҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса  проект ҡаралды
Баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса проект ҡаралды

Хәйбулла районында Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы кәңәшмәлә Лина Ҡолбулдинаның баҡсасылыҡ бизнесын асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды.

Лина Ҡолбулдина үҫентеләр, баҡса үҫемлектәре, декоратив ҡыуаҡтар һәм төрлө сәскәләр үҫтереү буйынса үҙ бизнесын киңәйтергә уйлай. Ул теплица-питомник булдырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Үҙ бизнесын тормошҡа ашырыу өсөн  кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.
Комиссия менән кәңәшләшкәндән һуң, йүнселгә кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса финанс ярҙамы программаһында ҡатнашыу өсөн документтар тапшырырға тәҡдим ителә.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас