Милли проекттар
30 Март 2024, 08:30

Бер юлы – ике аппарат

Ультратауыш диагностикаһы донъяла 30 йылдан ашыу ҡулланыла, уның хәүефһеҙлеге иҫбатланған.

Бер юлы – ике аппаратБер юлы – ике аппарат
Бер юлы – ике аппарат

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының  тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Мишкә үҙәк район дауаханаһына бер юлы ике заманса аппарат алынды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Ультратауыш диагностикаһы донъяла 30 йылдан ашыу ҡулланыла, уның хәүефһеҙлеге халыҡ-ара стандарттар менән сертификатланған. Яңы ҡорамалдар бөтә тейешле датчиктар менән йыһазландырылған һәм мәғлүмәттәрҙе һанлы эшкәртеүҙе  бик тиҙ үткәрергә ярҙам итә.  Улар тикшерелеүсе ағзаның структураһында булған ваҡ ҡына үҙгәрештәрҙе лә күрергә мөмкинлек бирә. Заманса аппарат сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға булыша. Яңы аппараттарҙа өлкәндәрҙе табип Валерия Шамшиярова ҡабул итәсәк, ә балаларға тикшереүҙе Зилә Малмыгина башҡарасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас