Баҡалы районының Ҡуштирәк һәм Юлтимер ауылдарында ике яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уларҙың икеһе лә заманса медицина ярҙамын күрһәтеүгә тәғәйенләнгән. Бында фельдшерҙарҙың халыҡты ҡабул итеүе, процедуралар эшләү, дарыуҙар һаҡлау, пациенттарҙың көтөүе өсөн уңайлы бүлмәләр барлыҡҡа килгән.
Ҡуштирәк фельдшер акушерлыҡ пункты фельдшеры Гөлназ Ғәзизованың 20 йылдан ашыу стажы бар. Ул Ҡуштирәк һәм Яңы Һаҫыҡкүл ауылдары халҡына медицина ярҙамын күрһәтә. Унда 350 кеше, шул иҫәптән 35 бала йәшәй.
Юлтимер һәм Михайловка ауылдары кешеләре сәләмәтлеген тәжрибәле акушер Сәриә Хәйҙәрова ҡарай. Уның ҡарамағында – 314 кеше.
Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөүгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) булышлыҡ итә. Быйыл 107 ФАП-ты сафҡа индерәсәктәр.
Яңы ҡорамалдар һәм арауыҡтағы технологияларҙы файҙаланыу һөҙөмтәһендә ауылда йәшәүселәрҙең медицина ярҙам ынан файҙаланыу мөмкинлеге лә арта.
Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.