Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
2 Апрель 2024, 11:30

Һорау бир һәм еңеү яула!

Йыл һайын үткәрелгән конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Уның шарттары тураһында түбәндәге яҙмала танышығыҙ.

Һорау бир һәм еңеү яула!
Һорау бир һәм еңеү яула!

Башҡортостан ҡыҙҙарын һәм малайҙарын йыл һайын үткәрелгән “Төҙөүсенән һора” тип исемләнгән конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Төҙөлөш һәм тармаҡ белгестәре тураһында һорау бирергә кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, был сара Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр ойошторола. Унда 6 – 14 йәшлектәр ҡатнаша.

Конкурс “Мин – киләсәк төҙөүсеһе!” төҙөлөш белгестәрен популярлаштырыу проекты нигеҙендә үткәрелә һәм, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә Балалыҡтың ун йыллығы уңайынан үткәрелгән саралар планына индерелгән.

Маҡсаты – балалар, йәштәр араһында төҙөлөш белгестәре абруйын күтәреү. Конкурсҡа текст йәки видео форматындағы һорауҙар ҡабул ителә. Улар “Иң үҙенсәлекле текстлы һорау”, “Иң үҙенсәлекле видеоһорау”, “Төҙөлөш тарихы тураһында иң ҡыҙыҡлы һорау” номинациялары буйынса баһалана.

Конкурс, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәй Федерацияһында балалыҡтың 10 йыллығы тураһындағы Указына ярашлы, төҙөлөш тармағы һөнәрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында етенсе тапҡыр ойошторола. Уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һорауҙарға ошо совет рәйесе Сергей Степашин һәм илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин яуап бирәсәк. Ғаризалар 12 июлгә тиклем конкурстың рәсми сайтында ҡабул ителә: http://я-строительбудущего.рф сайтының “Төҙөүсенән һора” конкурсы” бүлеге.

Конкурсты үткәреү тураһындағы һорауҙар менән sprosi_stroitelya@mail.ru электрон почтаһы йәки Мәскәү ваҡыты менән эш көндәрендә 10-дан 18 сәғәткә тиклем +7 (967) 164-68-59  телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Быйыл августа Төҙөүселәр көнөн билдәләгәндә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы буласаҡ. Бындай сараларҙы үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: