Милли проекттар
5 Апрель 2024, 05:30

Миәҙәктәр алдынғылыҡты бирмәне

Дүртөйлө ҡалаһының Мәҙәниәт йортонда “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестиваленең гала-концерты үтте.

Миәҙәктәр алдынғылыҡты бирмәнеМиәҙәктәр алдынғылыҡты бирмәне
Миәҙәктәр алдынғылыҡты бирмәне

Ул ”Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ойошторолдо. Был хаҡта Дүртөйлө районы хакимиәте хәбәр итә.

Фестивалдең маҡсаты – Ватаныбыҙҙың тарихы һәм хәрби даны тураһында иҫкә төшөрөү, уны һаҡлаусыларҙы тәрбиәләү һәм уларға хөрмәт күрһәтеү. Сарала балалар һәм йәштәр, үҙешмәкәр коллективтар, һәүәҫкәр сәнғәт һәм халыҡ ижадының бөтә жанрҙарын башҡарыусылар ҡатнашты. 11 ауыл советынан ҡатнашыусыларҙы компетентлы жюри баһалаған. Фестиваль тамамланғас, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Гран-при дипломын һәм аҡсалата сертификатты Миәҙәк ауыл советынан үҙешмәкәр сәнғәт коллективы алған. Сарала иң яҡшылары тип табылғандар Дүртөйлө районынан театрлаштырылған программа составында республика фестиваленең икенсе этабында ҡатнашасаҡ.

“Етеп килгән бөйөк байрам атмосфераһын тыуҙырған ижади номерҙар –  йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны. Тәҡдим ителгән программаларҙың ижади кимәлен баһаланыҡ”, – тип билдәләне жюри рәйесе Алена Волкова.

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Мәҙәниәт”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: “Миәҙәк ауылының мәҙәниәт йорто” төркөмө.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас