Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында 2-се кадет мәктәбе тәрбиәләнеүселәре булды, унда “Йондоҙсоҡ” көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры ойошторолдо. Уҡыусылар өсөн этнографик экскурсиялар һәм белем биреү программалары “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
Балалар өсөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этнографияһы буйынса тематик экскурсиялар уҙғарыла. Экскурсия ваҡытында улар милли аш-һыу, кейем-һалым, музыка ҡоралдары һәм рус, башҡорт, сыуаш, татар һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтарҙың фольклоры менән таныша. Балалар боронғо әйберҙәр донъяһына сумды, халыҡ кейемдәре өлгөләре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре һаҡланған һандыҡҡа “күҙ һалды”. Экскурсия аҙағында йомаҡтар систеләр.
"Һәр милләт үҙенсәлекле, һәр ҡайһыһының үҙ костюмдары бар. Милли кейем – ул мәҙәниәтте, тарихты, йолаларҙы, хатта халыҡтың көнкүрешен сағылдырыу. Донъялағы бөтә халыҡ кейемдәренең дә үҙенсәлектәре бар. Һәр халыҡтың милли кейем тегеү буйынса традициялары бар", – тип билдәләне музейҙың сәнғәт ғилеме бүлеге мөдире Ольга Шалева.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.