Балаҡатай урман хужалығында ябыҡ тамыр системаһы менән ҡарағай орлоҡтарын сәсеү башланды. Был эште республика урмансылары “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә башҡара.
Бөгөнгө көндә учреждение хеҙмәткәрҙәре кассеталарҙы тупраҡ менән тултыра, уның составына минераль ашламалар комплексы инә. Был орлоҡтарға, кәрәкле матдәләрҙе үҙ эсенә һеңдереп, уңышлы үҫергә ярҙам итәсәк. Урмансылар йәмғеһе 800 кассета сәсергә ниәтләй, уларҙа 64 800 үҫенте үҫәсәк. Процесс барышында һәр урынға торф һалына, ул тығыҙлана, уртаһында орлоҡ өсөн тишек яһала һәм орлоҡ үҙе һалына. Һуңынан йөк тейәлгән контейнерҙар дымландырыла. Артабан урман хужалығы белгестәре әҙерләнгән ҡумталарға ике теплицала сәсеү өсөн контейнерҙар ҡуя, уларҙың бер өлөшө көҙгө урман культуралары миҙгелен үткәргән ваҡытта ултыртыла.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләрҙе үҫтереү ысулы үҫемлектәрҙең йөҙ процентҡа тиерлек яраҡлашыу кимәленә етергә мөмкинлек бирә.
Быйыл республика урмансылары ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә 15,2 мең гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарасаҡ, шул иҫәптән 6,2 мең гектарҙа – яһалма урман тергеҙеү.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.