Милли проекттар
10 Апрель 2024, 06:30

Бик әһәмиәтле сара булмаҡсы

Маршруттың оҙонлоғо 450 километр тәшкил итәсәк.

Бик әһәмиәтле сара булмаҡсыБик әһәмиәтле сара булмаҡсы
Бик әһәмиәтле сара булмаҡсы

Быйыл 14 – 16 июндә Өфөлә баш ҡалаға 450 йыл тулыу айҡанлы “Өфө муйынсаһы” тип исемләнгән эстафета йүгереүе ойошторола. Маршруттың оҙонлоғо 450 километр тәшкил итәсәк, эстафета арауыҡтары һигеҙ – ун километр буласаҡ.

“Өфө муйынсаһы” буйлап йүгереү ике йыл элек үткәрелә башланды. Ул ваҡытта ҡатнашҡан спортсылар һәм спорт яратыусылар һаны 100 тирәһе ине. Былтыр был һан ике тапҡырға артты. Быйыл иһә 450 кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был сара баш ҡала юбилейына арналған матур спорт ярыштарының береһенә әйләнәсәк.

Былтыр көндөҙ һәм төндә сарала ҡатнашыусылар ҡала тирәләй 450 километр арауыҡты йүгерҙе. Трасса ете ҡулсанан тора, ә уларҙың һәр береһе үҙ сиратында ете этаптан ғибәрәт. Марафонда ҡатнашыусыларҙы пейсмейкер – тәжрибәле йүгереүсе – оҙатып барасаҡ. Ул йүгереү тиҙлеге һәм маршрутты күҙәтеүгә яуап бирәсәк.

Ә бындай сараларҙы үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас