Милли проекттар
10 Апрель 2024, 07:30

Офистар 48-гә тиклем арттырылды

Был хаҡта Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова хәбәр итте.

Офистар 48-гә тиклем арттырылдыОфистар 48-гә тиклем арттырылды
Офистар 48-гә тиклем арттырылды

Быйыл 1 апрелдән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә микрофинанс дәүләт ярҙамын алыуға документтарҙы рәсмиләштереү буйынса хеҙмәттән файҙаланып булырлыҡ күп функциялы үҙәктәр 48-гә тиклем күбәйтелде. Шулай итеп, яҙҙың икенсе айынан был офистар һаны туғыҙға артты.

- Ғәмәлдәге килешеүгә ярашлы, Башҡортостан микрокредит компанияһы менән офистар һанын 48-гә тиклем арттырҙыҡ. Өфөлә Ғөбәйҙуллин урамындағы 6-сы йортта, Баҡалы, Иҫке Собханғол, Ҡырмыҫҡалы, Мораҡ, Кушнаренко, Мишкә, Үрге Тәтешле ауылдарында операцион залдар, Шишмә ҡасабаһында бүлексә барлыҡҡа килде, - тине Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

2024 йылдың беренсе кварталында Башҡортостан эшҡыуарҙары Башҡортостан Күп функциялы үҙәге офистары аша 6-нан 9 процентҡа тиклемге ставкалар буйынса 105 миллион һумлыҡ эшҡыуарлыҡ микрозаймдары алған.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы булдырылды.

Фото: Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас