Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы халҡы “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыуын дауам итә. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Иҫке Мошто ауылы мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары һынау үтте. Сара балаларға сәләмәт йәшәү рәүешенең һәм физик әүҙемлектең мөһимлеген аңларға ярҙам итте.
Ете йәштән 15 йәшкәсә 19 уҡыусы Иҫке Мошто ауылы мәктәбендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы нормативтарын башҡарыуҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә йыйылды. ГТО тапшырыу бүлеге начальнигы Елена Сөләймәнова сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, күсмә судьялар бригадаһының районда йәшәүселәрҙең барыһын да йәлеп итергә, балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә һынап ҡарарға тырышыуын билдәләне. Тап шуға ла уҡытыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең уҡыусылары менән ГТО нормативтарын үтәй.
Физик культура уҡытыусыһы Риф Әғләмов һәм мәктәп директоры Алһыу Нуретдинова ГТО комплексы нормативтарын тапшырыуҙа тәрбиәләнеүселәре өсөн яҡшы өлгө булды.
Фото: Краснокама районы хакимиәте.