Милли проекттар
11 Апрель 2024, 05:30

Тирә-яҡ таҙарып ҡалды

Иглин районында “Таҙалыҡ көнө” өмәһе үтте. 

Тирә-яҡ таҙарып ҡалдыТирә-яҡ таҙарып ҡалды
Тирә-яҡ таҙарып ҡалды

Иглин районында “Экология” милли проекты сиктәрендә “Таҙалыҡ көнө” өмәһе үтте. Был акция район территорияһын санитар таҙартыуға һәм төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Сарала ойошмаларҙан һәм учреждениеларҙан меңгә яҡын кеше, шулай уҡ муниципалитеттың битараф булмаған кешеләре ҡатнашты.

Өмәлә ҡатнашыусылар тирә-яҡты сүп-сар һәм ҡарҙан, шулай уҡ ҡоро үләндәрҙән таҙартты. 25 берәмек техника ярҙамында полигонға 600 кубометрҙан ашыу сүп-сар оҙатылды.

Иглин районында “Таҙалыҡ көндәре” 2024 йылдың 11 майына тиклем уҙғарыла. Улар барышында ҡарҙы таратыу, боҙҙан таҙартыу, сүп-сарҙы йыйыштырыу, фасадтарҙы таҙартыу, цоколдәрҙе буяу, тышҡы реклама объекттарын һәм алтаҡталарҙы тәртипкә килтереү, йәшелләндереү, ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу, ҡоймаларҙы буяу, бордюр таштарын һәм бәләкәй архитектура формаларын ағартыу, канауҙарҙы санитар таҙартыу һәм һәр учреждение янында урналар ҡуйыу эштәре планлаштырыла.

Махсуслашҡан ойошмалар юл буйҙарындағы ағастарҙы йыйыу, ҡоро һәм авария хәлендәге ағастарҙы бысыу һәм сығарыу, шулай уҡ юл ситтәренән сүп-сар йыйыу һәм сығарыу менән шөғөлләнәсәк.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас