Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) Тыныслыҡ урамы ремонтлана. Был турала Республика Хөкүмәте хәбәр итә.
Төҙөкләндереү эштәре Тыныслыҡ урамындағы участкала - Нағуманов урамынан Хоҙайбирҙин урамына тиклем башҡарыла. Уның оҙонлоғо 800 метр тәшкил итә. Подрядсылар асфальт бетон япмаһын яңыртасаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ, юл разметкаһын эшләйәсәк. Был эштәргә 14,7 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
-Юл ҡаланың тарихи ерендә урынлашҡан. Ул мәҙәниәттең социаль мөһим объекттарына – Стәрлетамаҡ рус драма театрына, “Салауат” кинокомплексы алдындағы парктарға илтә, - тине Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Юл эштәренә май айында тотонасаҡтар, быйыл июль аҙағына тиклем уны тамамлау ниәтләнә. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.