Милли проекттар
13 Апрель 2024, 03:30

Тағы ла 51 мең кеше тәьмин ителәсәк

Башҡортостанда  “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. 

Тағы ла 51 мең кеше тәьмин ителәсәкТағы ла 51 мең кеше тәьмин ителәсәк
Тағы ла 51 мең кеше тәьмин ителәсәк

Башҡортостанда  “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы башҡарыла.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл республикала Бөрө һәм Туймазы ҡалаларында, Өфөнөң “Башҡортостан сәскәләре” ҡасабаһында, Шишмә һәм Кушнаренко ауылдарында һыу тәьминәте системаларын яңыртасаҡ. Был объекттар декабрҙә сафҡа инергә тейеш. Һөҙөмтәлә тағы ла 51 мең кеше сифатлы һыу ҡуллана башлаясаҡ.

Был эшкә 792,3 миллион һум бүлеү ҡаралған, шуның 776,4 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Һөҙөмтәлә ҡала халҡының үҙәкләштерелгән һыу тәьминәтенән файҙаланған өлөшө 99,6 процентҡа етергә тейеш.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас