Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Апрель , 16:30

Эшең булмаһа... эшҡыуар бул

Әле  164,8 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелә.

Эшең булмаһа... эшҡыуар бул
Эшең булмаһа... эшҡыуар бул

2024 йыл башынан 680 кеше Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә эшһеҙ граждандарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Һөҙөмтәлә республиканан 123 кеше үҙ эшен асҡан, уларҙың 25-е, был программаға ярашлы, дәүләттең аҡсалата ярҙамы һөҙөмтәһендә бизнесын асҡан. Быйыл республикала йәшәүселәрҙең эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү өсөн 19,3 миллион һум бүленәсәк.

- Мәшғүллек үҙәктәренең эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҫтереүҙә роле һиҙелерлек, сөнки хеҙмәттәр мәшғүллек һорауҙарын комплекслы хәл итеүгә йүнәлтелгән, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Белгестәр теләге булған эшһеҙ граждандарға төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Улар – эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә өйрәтеү, бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам. Әле ярҙам күләме 164,8 мең һум бирелә. Дәүләт ярҙамы тураһындағы көндәлек консультацияларҙан тыш, өс айға бер тапҡыр эшҡыуарҙар өсөн махсус берҙәм кәңәш биреү көндәрен үткәреүҙе башларға ниәтләйбеҙ.

Был программа һөҙөмтәһендә республикала йәшәүселәр ауыл хужалығы, көнкүреш һәм башҡа тармаҡтарҙа үҙ эшен асты.

Программала мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған эшһеҙ граждандар ҡатнаша ала. Хеҙмәттән файҙаланыу өсөн ғаризаны “Рәсәй эше” порталы аша электрон төрҙә тапшырырға мөмкин. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Булышлыҡ” проекты (проект “Содействие” национального проекта “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ, фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/620288/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: