Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Апрель , 08:30

Барыһы ла беҙҙең ҡулда

Нефтекамалар төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирә. 

Барыһы ла беҙҙең ҡулда
Барыһы ла беҙҙең ҡулда

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһында ҡатнашыу өсөн 35 156 тауыш йыйырға кәрәк. Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһының яҡын киләсәктә ни тиклем уңайлы һәм төҙөк булыуы тап халыҡҡа бәйләнгән.

Бөгөнгө көнгә 20 меңдән ашыу Нефтекама кешеһе тауыш биргән дә инде. Лидер буласаҡ проект 2025 йылда тормошҡа ашырыласаҡ. Тауыш биреү өсөн кешеләр иғтибарына бер нисә йәмәғәт биләмәһе сығарылды:

- Нефтекама ҡалаһы ҡала округының Ташҡын ауылында балалар майҙансығы менән сквер;

- Нефтекама ҡалаһы ҡала округының Энергетик ауылында йәмәғәт биләмәһе;

- Нефтекама ҡалаһы ҡала округының Советтар власы көрәшселәренең туғандар ҡәберлеге;

- Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Әмзә ауылының Мәктәп урамында урынлашҡан сквер;

- Нефтекама ҡалаһы ҡала округының Еңеү урамы, 11-се йорт адресы буйынса Йәштәр йорто алдындағы биләмә.

Тауышты https://02.gorodsreda.ru  берҙәм электрон порталында бирергә йәки https://pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs һылтанмаһы аша үтеп бирергә мөмкин.

Күрһәтелгән сайттарҙағы эштәрҙең алгоритмы ябай:

- Дәүләт хеҙмәттәре аша авторизация үтергә;

- Нефтекаманы һайларға;

- оҡшаған объектты исемлектән һайларға;

- "Тауыш биреү" гә баҫырға.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: