Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Апрель , 09:15

“Йәнле классика” еңеүселәре билдәле

Уларға Башҡортостан данын лайыҡлы яҡларға яҙһын!

“Йәнле классика” еңеүселәре билдәле
“Йәнле классика” еңеүселәре билдәле

25 марттан 9 апрелгә тиклем Башҡортостан Республикаһында мәктәп уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй “Йәнле классика” нәфис һүҙ һөйләүселәр конкурсының төбәк этабы үтте.

Конкурс Рәсәй Мәғариф министрлығы, “Йәнле классика” фонды тарафынан Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойошторолдо. Бәйгенең операторы булып Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты сығыш яһаны. Сара дистанцияла үтте.

Конкурста Башҡортостан мәктәптәренең V – XI кластарында белем алған 152 уҡыусы ҡатнашты. Өсәү – еңеүсе, 33 ҡыҙ һәм егет призер булып танылды.

Бәйгенең шарттарына ярашлы, республика этабында иң ҙур балл йыйған өс иң оҫта нәфис һүҙ оҫтаһы федераль кимәлдә үтәсәк бәйгелә ҡатнашасаҡ. Беҙҙең республикала еңеүселәр булып түбәндәге уҡыусылар танылды: Иглин районының Иглин ауылындағы 2-се мәктәптән Алина Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 3-сө башҡорт лицейы-интернатынан Елисей К., Архангел районының Архангел ауылындағы 2-се мәктәптән Алмаз З.

Конкурста призлы урын яулаған уҡыусыларҙы, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡотлайбыҙ. Ә еңеү яулаған уҡыусыларға Башҡортостан данын лайыҡлы яҡларға яҙһын!

Ошоноң ише конкурстар уҡыусыларға төплө белем һәм тәрбиә биреүгә, уларҙы әҙәбиәткә, нәфис һүҙ сәнғәтенә йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Был үҙ сиратында ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың бер алымы булып тора.

Фото: youngreaders.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: