Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель , 09:30

Урмандар тәртиптә булһын өсөн

Урман хужалығы министрлығы яңы урман патруле автомобилдәре һатып алды. 

Урмандар тәртиптә булһын өсөн
Урмандар тәртиптә булһын өсөн

Өфөлә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының район-ара территориаль бүлексәләренә урман-патруль техникаһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Яңыртыу "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты һәм “Урман хужалығын үҫтереү” федераль программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Урмандарҙы контролдә тотоуҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында, шулай уҡ “Урман хужалығын үҫтереү” федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бөтә ерҙән дә үтә алған һигеҙ берәмек урман-патруль машинаһы һатып алынған: алты берәмек LADA Niva Legend һәм ике LADA Niva Travel. Уларҙы һатып алыуға 8,6 миллион һум аҡса бүленгән. Автомобилдәрҙе Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дыуан, Өфө, Бөрө, Белорет бүлектәре вәкилдәре алды.

– Бөгөн беҙ бөтә ерҙән дә үтә алған автомобилдәрҙе урман инспекторҙарына тапшырабыҙ. Автомобилдәр урмандарҙы патрулләү, уларҙы ҡағиҙә боҙоусыларҙан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, шул уҡ ваҡытта улар урмандарҙы янғындан һаҡлау өсөн файҙаланыласаҡ. Янғын хәүефе миҙгеле башланыр алдынан был техниканы тапшырыуыбыҙ ҡыуаныслы. Министрлыҡ ҡарамағындағы учреждениеларҙың матди-техник базаһын яңыртыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо автомобилдәрҙе алыу менән урман һағы хеҙмәткәрҙәре үҙ арсеналын беҙҙең Башҡортостан урмандары именлегенә хеҙмәт итәсәк яңы юғары үткәреүсән техника менән тулыландырҙы, – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Урман хужалығы техникаһы урман массивын ҡарарға, һаҡларға, әҙерләргә һәм беренсел эшкәртергә ярҙам итә. Федераль проект сиктәрендә тракторҙар, ағас ултыртыу машиналары, башҡа төрлө техника һәм ҡорамалдар һатып алына. 2019-2023 йылдарҙа төбәктә 613 миллион һумға 989 берәмек техника һатып алынғайны.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: