Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель , 08:00

Салауатта юлдар яҡшыра

Эш 27 миллион һумға төшәсәк. Ремонтты быйылғы йәй уртаһына тамамларға уйлайҙар.

Салауатта юлдар яҡшыра
Салауатта юлдар яҡшыра

Салауат ҡалаһының Ленин урамында юлды йүнәтеү эштәре башланды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги“) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Был урамдың Калинин урамынан алып Салауат Юлаев бульварына тиклемге 620 метрлыҡ өлөшөндә подрядсы ҡабырға таштарын аласаҡ һәм яңы бордюрҙар ҡуясаҡ.

“Был юл социаль яҡтан әһәмиәтле объекттарға илтә. Ошо урындарҙа дүрт балалар баҡсаһы һәм ике мәктәп урынлашҡан. Бында йәмәғәт транспорты ла йөрөй. Шуға күрә ул ҡаланың мөһим өлөшө булып тора”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Эш 27 миллион һумға төшәсәк. Ремонтты быйылғы йәй уртаһына тамамларға уйлайҙар. Милли проектҡа ярашлы, Салауат ҡалаһында дүрт километр оҙонлоҡтағы юлдар ремонтланасаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: