Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель , 08:30

Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле дәрес үтте

Краснокама районының технология уҡытыусыларын "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәренең алдынғы эш тәжрибәһе менән таныштырҙылар. 

Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле дәрес үтте
Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле дәрес үтте

Краснокама районы мәктәптәрендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре эшләй. Яңы Ҡабан ауылының мәктәп-интернатында урынлашҡан үҙәктә район мәктәптәренең технология уҡытыусыларының методик берләшмәһе ултырышы үтте.

Ултырыш программаһы төрлө һәм бай булды, уға асыҡ дәрес, дәрестән тыш сара, түңәрәк өҫтәл, шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн мәктәп буйлап экскурсия инде. Технология уҡытыусыһы Венер Муллағәлиев ҡунаҡтарҙы мәктәп музейы, “Мәғариф” милли проекты программаһы буйынса йыһазландырылған уҡыу кабинеттары эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ярҙамында мәктәп уҡыусылары ике йыл рәттән тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында еңеү яулай.

“Йортто төҙөкләндереү” асыҡ дәресе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды, унда уҡытыусы проект ҡорамалдарын ҡулланған. Космонавтика көнөнә арналған кластан тыш “Күңелле космодром” сараһы бөтәһенә лә оҡшаны. 5 класс уҡыусылары конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Биш минут эсендә легонан “марс гиҙгес” йыйҙы, билдәле космонавтарҙың 3D принтерында баҫылған скульптура буйынса билдәле космонавттарҙы танынылар һәм улар тураһында бәйән иттеләр.

Унда йыһан карабы, спутник макеттары, 3D  принтерҙа баҫылған космонавттарҙың скульптуралары ҡуйылғайны. 3D принтерҙа мәктәп уҡыусылары эшләгән сувенирҙарҙы алыу ҡунаҡтар өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс булды.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Краснокама районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: