Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель , 09:30

Ҡала өсөн был урам мөһим

Салауатта милли проект сиктәрендә Октябрь урамын төҙөкләндереүгә тотондолар. 

Ҡала өсөн был урам мөһим
Ҡала өсөн был урам мөһим

Салауатта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Октябрь урамын төҙөкләндереүгә тотондолар. Юлсылар борт таштарын һүтә һәм Ленин урамынан Чекмарев урамына тиклемге 840 метр оҙонлоҡтағы участкала иҫке асфальт япмаһын ҡутарып ала башланы. Быйыл подрядсы ойошма был урамға яңы граниттан борт таштары ҡуйырға, асфальт-бетон япмаһын яңыртырға, термопластик менән юл тамғалары һыҙырға һәм тротуарҙарҙы төҙөкләндерергә планлаштыра.

– Октябрь урамы – Салауаттың төп транспорт артерияларының береһе. Өҫтәүенә юлдың киңлеге 25 метр тәшкил итә. Урамдың был участкаһы дүрт балалар баҡсаһына, лицейға һәм медицина үҙәгенә йөрөүҙе тәьмин итә, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың июленә тиклем тамамлау күҙаллана. Был урамды ремонтлауға 87,5 миллион һум йүнәлтелә.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: