Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель , 11:30

Бер юлы ике ФАП асылды

Баҡалы районында ике заманса фельдшер-акушер пункты ишектәрен асты.

Бер юлы ике ФАП асылды
Бер юлы ике ФАП асылды

Баҡалы районында ике заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, улар Ҡуштирәк һәм Юлтимер ауылдарында урынлашҡан.

Яңы объекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектына (национальный проект “Здравоохранение“) ярашлы барлыҡҡа килде. ФАП-тар ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уларҙа фельдшер кабинеттары һәм процедура бүлмәләре, дарыу һаҡлау бүлмәләре бар.

“Ҡуштирәк фельдшер-акушерлыҡ пунктының хужабикәһе – 20 йыллыҡ стажға эйә Гөлназ Ғәзизова. Ул Ҡуштирәк һәм Яңы Һаҫыккүл ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә, уларҙа 370 самаһы кеше йәшәй, шул иҫәптән – 35 бала. Ә Юлтимер һәм Михайловка ауылдары халҡының һаулығын тәжрибәле табип Сәриә Хәйҙәрова күҙәтә, уның ҡарамағында – 314 кеше”, – тип хәбәр итә министрлыҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: