Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель , 10:30

Яңы комплекслы хеҙмәттәр эшләй башлаясаҡ

Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

Яңы комплекслы хеҙмәттәр эшләй башлаясаҡ
Яңы комплекслы хеҙмәттәр эшләй башлаясаҡ

Башҡортостанда ”Минең бизнесым” үҙәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы быйыл эшҡыуарҙар өсөн бушлай ете яңы комплекслы хеҙмәткә старт бирәсәк.

“Минең бизнесым” үҙәгенең хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү эшҡыуарҙарыбыҙға үҙ эшмәкәрлеген уңышлыраҡ үҫтерергә мөмкинлек бирә. Яңы мөмкинлектәр менән төбәктең 460-ҡа яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты файҙалана алыр тип көтөлә. Улар өсөн “Туристик сувенир”, “Туристик маршрут”, “Агротуризм” кеүек комплекслы хеҙмәттәр, электрон документтар әйләнешенә лицензия алыу, реклама кампанияһын әҙерләү һәм башҡа кәрәкле сервистар ҡаралған”, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Мәҫәлән, “Туристик сувенир” комплекслы хеҙмәте Башҡортостандың 40 эшҡыуарына яңы туристик сувенирҙар булдырырға ярҙам итәсәк.

Был ярҙам саралары менән файҙаланыу өсөн, МСП.РФ һанлы платформаһында теркәлергә һәм компанияны алдан баһалау процедураһын үтергә кәрәк. Ул ҡулланыусыны верификациялауҙы, финанс күрһәткестәрен һәм эшлекле әүҙемлек индикаторҙарын беренсел тикшереүҙе үҙ эсенә ала.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”  (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: