Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Апрель , 10:30

Ағас йорттар төҙөү үҫешһен өсөн

Төбәктә уның буйынса ассоциация булдырылды.

Ағас йорттар төҙөү үҫешһен өсөн
Ағас йорттар төҙөү үҫешһен өсөн

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект “Жилье и городская среда) ағас йорттар төҙөү ассоциацияһы барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Яңы ойошма ағас йорттар, модулле каркас конструкциялар, тәҙрә етештереүселәрҙе берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Һөнәри ойошма шулай уҡ дәүләт, тармаҡ вәкилдәре, архитекторҙар менән туранан-тура диалог ойоштороуҙы ла үҙ бурысы итеп иҫәпләй. Уның маҡсаты – Башҡортостандың бәләкәй һәм урта предприятиеларының конкурентлыҡ һәләтен күтәреү өсөн шарттар булдырыу. 12 апрелдә Өфөлә үткәрелгән ағас йорттар төҙөү үҫешенә арналған түңәрәк өҫтәлдә алдағы йылдарға яңы учреждениеның үҫеш программаһы тәҡдим ителде.

- Ағас йорттар төҙөү күләме йылдан-йыл арта. Үткән йылда республикала 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, шуның 62 проценты шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә тура килә. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө йүнәлешен артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ, шул иҫәптән ағас йорттар төҙөү иҫәбенә, - тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

 “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхите уңайлылығын тормошҡа ашырыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: