Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Апрель , 08:30

Төркиә менән бәйләнеш үҫә

Быйыл үҙ-ара сауҙа әйләнеше артҡан.

Төркиә менән бәйләнеш үҫә
Төркиә менән бәйләнеш үҫә

Быйыл ғинуар айының һөҙөмтәләре буйынса, үткән йылдың тәүге айы менән сағыштырғанда Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа әйләнеше 83,6 процентҡа артҡан. Был иһә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект "Международная кооперация и экспорт”) өлгәшелде, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

- Ыңғай динамика экспорт күрһәткесендә сағыла. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республиканан Төркиәгә экспорт поставкалары күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда 123,2 процентҡа артҡан. Ә быйылғы ғинуар күрһәткестәре буйынса ике тапҡырға күбәйгән. Экспорт буйынса хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре – химия, нефть химияһы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, металлургия, агросәнәғәт комплексы тауарҙары, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

 “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға, Рәсәй етештергән тауарҙар экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

фото: "Башинформ".

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: