Милли проекттар
21 Апрель 2024, 03:30

Башҡортостанда Мәскәү студенттары практика үтә

Республика икенсе йыл инде коррекция педагогикаһы һәм махсус психология өлкәһендә илдең алдынғы юғары уҡыу йорто студенттарын – дефектологтарҙы, логопедтарҙы, сурдопедагогтарҙы, олигофренопедагогтарҙы ҡабул итә. 

Башҡортостанда Мәскәү студенттары практика үтәБашҡортостанда Мәскәү студенттары практика үтә
Башҡортостанда Мәскәү студенттары практика үтә

Республиканың дәүләт ҡарамағындағы коррекция учреждениелары Мәскәү педагогия дәүләт университетының 3-сө курс студенттарының ике аҙналыҡ практика үтеү майҙансығына әүерелде.

Республика икенсе йыл инде коррекция педагогикаһы һәм махсус психология өлкәһендә илдең алдынғы юғары уҡыу йорто студенттарын – дефектологтарҙы, логопедтарҙы, сурдопедагогтарҙы, олигофренопедагогтарҙы ҡабул итә.

Төп маҡсат – дәүләт белем биреү ойошмаларына психолог-педагог оҙатыу белгестәрен йәлеп итеү, студент-дефектологтарға алған белемдәрен һөнәри эшмәкәрлектәрендә ҡулланыу мөмкинлеген тәьмин итеү.

Мәскәү дәүләт педагогия университеты студенттары республиканың белем биреү ойошмалары менән яҡындан танышыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар коррекция мәктәптәренең уҡытыусылар-дефектологтарының үҙҙәренең күп йыллыҡ тәжрибәһе һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инвалидтар менән эшләү алымдары менән ихлас уртаҡлашыуын билдәләне.

Бындай хеҙмәттәшлек алымы ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проектының (национальный проект “Наука”) ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ һәм фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас