Башҡортостандан “Башполимерпласт” һәм “Ҡорос ишектәр Меги” предприятиелары “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашып (национальный проект “Производительность труда”), үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Һаҡсыл технологияларҙы индереүгә төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙам итә, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.
-Милли проект сиктәрендә предприятиеның уңыштары һаҡсыл производствоны файҙаланыуҙың һөҙөмтәһе. Был иһә етештереү кимәленең артыуына булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә милли проектта республиканың 172 предприятиелары иҫәпләнә, - ти Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
“Башполимерпласт” предприятиеһы һыу һибеү шлангылары, канализация торбалары һәм башҡа әйберҙәр етештерә. Был предприятие Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан. “Ҡорос ишектәр Меги” заводы Өфөлә металдан инеү ишектәре, техник һәм янғынға ҡаршы ҡорос ишектәр сығара.
Ошо көндәрҙә предприятеларҙа эшсе төркөмдәре формалаштырыла. Төбәктең компетенция үҙәге эксперттары уларҙы һаҡсыл производствоға өйрәтәсәк. Предприятие хеҙмәткәрҙәре менән берлектә улар производство процестарын өйрәнә, оптимәлләштәреү өсөн ағымды асыҡлай, билдәләнгән һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн шәхси ҡарарҙар ҡабул итә.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.