Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель , 08:00

Башҡортостан менән Төркиә араһы яҡыная

Тышҡы сауҙа әйләнеше 83,6 процентҡа артҡан.

Башҡортостан менән Төркиә араһы яҡыная
Башҡортостан менән Төркиә араһы яҡыная

2024 йылдың ғинуар йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан менән Төркиә араһында үҙ-ара тауар әйләнеше 2023 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда 83,6 процентҡа артҡан, атап әйткәндә, был "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты саралары һөҙөмтәһендә мөмкин булған.

Был хаҡта республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр.

- Экспорт күрһәткесе үҫеш динамикаһын күрһәтеүен дауам итә. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса, республикабыҙҙан Төркиәгә экспорт тәьминәте күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда 123,2 процентҡа артҡан, ә 2024 йылдың ғинуарындағы мәғлүмәттәр буйынса - ике тапҡырға. Химия, нефть химияһы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, металлургия продукцияһын, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы тауарҙарын килтереүҙе экспорт буйынса хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре тип иҫәпләйбеҙ, - тип һөйләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Башҡортостандың контрагент илдәре араһында Төркиәнең икенсе урын алыуы асыҡлана. Күрше илгә минераль продукттар, химия сәнәғәте продукцияһы, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары, шулай уҡ металдар, машиналар эшләү продукцияһы оҙатыла. Шул уҡ ваҡытта республикаға каучук, туҡыма һәм туҡыма әйберҙәр, шулай уҡ аяҡ кейеме килә.

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: