Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель , 09:30

Файҙалы ла, күңелле лә өмә үтте

Унда йәмәғәтселек һәм бизнес вәкилдәре ҡатнашты. 

Файҙалы ла, күңелле лә өмә үтте
Файҙалы ла, күңелле лә өмә үтте

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәмәғәтселек һәм бизнес вәкилдәре менән бергә Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында өмә үткәрҙе.

Билдәләп үтергә кәрәк, апрель – тәртип урынлаштырыу өсөн традицион ваҡыт, ә өмәләр – фекерҙәштәрҙең ҙур командаһын берләштереүсе изге йола.

Сара “Экология” милли проекты бурыстарына ярашлы уҙҙы.

– Бөгөн улым һәм коллегаларым менән өмәлә ихлас ҡатнаштым. Парк биләмәһен һәм уның эргәһендәге һыу акваторияһын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ хаҡында ла ҡайғырттыҡ – уларға тағараҡтар элдек. Көндәрҙең ҡояшлы тороуо һәм яҡшы кәйеф сараға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итте. Беҙгә Рәсәй экология йәмғиәте һәм “Феномен” рестораны вәкилдәре лә ҡушылды, – тине Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Нияз Фазылов өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш өлгөһө өсөн рәхмәт әйтте.

“Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ныҡлы кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: