Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель , 07:30

Иҫке Артауылда яңы медицина пункты әҙер

Тәүге медицина ярҙамын бында Иҫке Артауыл һәм Ноҡрат ауылдары халҡы, барлығы 170 кеше аласаҡ.

Иҫке Артауылда яңы медицина пункты әҙер
Иҫке Артауылда яңы медицина пункты әҙер

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Яңауыл районының Иҫке Артауыл ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ  пункты асыласаҡ. Әлеге ваҡытта объектты лицензиялау буйынса артабан эшләү өсөн санитар-эпидемиологик экспертиза үткәрелә. Яңы бинала фельдшер кабинеты, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе, процедура-прививка кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн махсус бүлмә булдырылған.

Тәүге медицина ярҙамын бында Иҫке Артауыл һәм Ноҡрат ауылдары халҡы, барлығы 170 кеше аласаҡ. Заманса медицина учреждениеһына фельдшер Ясира Камалова етәкселек итә.

"Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу менән халыҡ бында диспансерлаштырыу үтә аласаҡ, вакцина яһатасаҡ һәм тәүге медицина ярҙамынан файҙаланасаҡ. Медицина пунктының йәшәгән ергә яҡын булыуы кешеләр өсөн бик уңайлы", – ти фельдшер.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: