Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель , 08:30

Матур сара көтөлә

Белоретта “Аҡ йылға” автор йыры фестивален уҙғарыуға әҙерлек башланды.

Матур сара көтөлә
Матур сара көтөлә

“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль проекты сиктәрендә Белорет районында 2021 йылдан “Аҡ йылға” үҙешмәкәр автор йыры фестивале уҙғарыла. Быйыл музыкаль сара 23-25 августа Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола.

Ошо көндәрҙә Белоретта Урал төбәгенең автор йыры балалар коллективтары, клубтары һәм мәктәптәре етәкселәренең семинары үтте. Сараны Белорет районы хакимиәте ойошторҙо.

Белорет картиналар галереяһында Новоуральск, Орск, Новотроицк, Силәбе, Екатеринбург, Магнитогорск һәм Өфө ҡалаларының иң яҡшы балалар автор йыры коллективтары етәкселәре йыйылды. Семинарҙа ҡатнашыусылар был йүнәлеште үҫтереү перспективаларын, үҫеп килеүсе быуынды берлектәге ижадҡа йәлеп итеү алымдарын тикшерҙе, шулай уҡ берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Семинар башланыр алдынан яҙыусы, шағир, бард Виктор Кузьменко сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ул ҡатнашыусыларға уңыштар һәм файҙалы үҙ-ара эш итеүҙәрен теләне.

Сарала ҡатнашыусылар “Төрлө йәштәге коллективтың эшен ойоштороу”, “Автор йыры мәктәбе клубы”, “Жанрға ҡайтыу” һәм башҡа темаларға докладтар тыңланы.

Бынан тыш, семинар сиктәрендә Балалар музыка мәктәбендә автор йырҙары концерты үтте. Белорет тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтар өсөн ҡала һәм Һыу алыу башняһы буйлап экскурсия үткәрҙе.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Белорет районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: