Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель , 14:30

Эш өсөн сәләмәт кеше кәрәк

Рәсәй иҡтисадының насар хеҙмәт шарттарынан йыллыҡ юғалтыуҙарына килгәндә...

Эш өсөн сәләмәт кеше кәрәк
Эш өсөн сәләмәт кеше кәрәк

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, эш урыны – сәләмәтлекте һаҡлау, хәстәрләү һәм сирҙәрҙе иҫкәртеүҙең оптималь ойоштороу формаһы.

Бөгөн граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлауҙың төп йүнәлеше булып предприятие һәм ойошмаларҙа  һаулыҡты нығытыуҙың корпоратив программаларын индереү тора. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 22 апрелдән 28 апрелгә тиклемге аҙнаны Эш урындарында сәләмәтлекте нығытыуҙың иң яҡшы өлгөләрен популярлаштырыу аҙнаһы тип иғлан итте.

Сәләмәт хеҙмәткәрҙәр – уңышлы компанияның төп активы. Белгестәрҙең иҫәпләүенсә, Рәсәй иҡтисадының насар хеҙмәт шарттарынан йыллыҡ юғалтыуҙары (ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләү, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары, реабилитация) эске тулайым продукттың 1,4 процентын, ә Рәсәй компанияларының эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ сәбәбе буйынса тура юғалтыуҙары 23 миллиард доллар тәшкил итә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эш урындарында сәләмәтлекте һаҡлау буйынса саралар сирләү һөҙөмтәһендә эшкә йөрөмәү оҙайлығын 27 процентҡа ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Был программаларҙы тормошҡа индереүҙән эш биреүселәр һәм дәүләт кенә түгел, хеҙмәткәрҙәр ҙә ота.

 Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: